Сарайсинский сельсовет муниципального района
Стерлибашевский район Республики Башкортостан

Ғаилә – туған тел һаҡсыһы

/ Просмотров: 783

1 мартта Өфө ҡалаһының “ Башҡортостан” Дәүләт Концерт Залында Башҡортостан республикаһында “ Ғаилә йылына” арналған “ Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” Асыҡ республика конкурс – фестиваленең Гала – концерты уҙҙы.Был конкурста Стәрлебаш районы исеменән “Район мәҙәниәт йортоноң” Йәлембәт ауыл мәҙәниәт йорто филиалынан Фирүзә һәм Флорид Иҫәнсуриндар ғаиләһе ҡатнашты.Улар “ Ижад ҡомарлы, маҡсатлы ғаилә” номинацияһы еңеүселәре булды.Тормошто йыр – моң менән биҙәп йәшәгән, ата – бабалар йолаһын быуындан – быуынға тапшырыусы ижади ғаилә диплом һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде.