Сарайсинский сельсовет муниципального района
Стерлибашевский район Республики Башкортостан

2017 йылдың һуңғы сәғәттәре һуҡҡанда, һәр кем, 2018 йыл яңы мөғжизәләр алып килер, тип өмөтләнә, сөнки Яңы йыл-ул яңы хыялдар, яңы маҡсаттар мәле. Шул уҡ ваҡытта үткән йылға йомғаҡ яһап, уңыштарыбыҙҙы барлаған саҡ.

/ Просмотров: 806

          2017 йыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда экология йылы тип иғлан ителде. Ауылыбыҙҙа үткән саралар ошо девиз аҫтында үтте һәм ауылдаштар һәр эштә ихлас ҡатнашты. «Байыҡ» телевизион конкурсында 1-се урынды яулауыбыҙ  халҡыбыҙҙың дәртле, талантлы булыуын тағы бер иҫбатланы. Экологик өмәләр , ,сүп-сар түгеү урындарын   тәртипкә  килтереү, ағас  ултыртыу,  сәскәләр үҫтереүселәр конкурсы үткәреү, плакаттар, һүрәттәр конкурстары, «Кәкүк сәйе» байрамдары планға ярашлы үтте. Ошо сараларҙы ойошторорға һәм үткәрергә барлыҡ һәләттәрен, белемдәрен,    ваҡыттарын   һәм     көстәрен     йәлләмәгән хеҙмәткәрҙәребеҙгә, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренә рәхмәтемде еткерәм. Артабан да уларға ижади уңыштар теләйем.

     2018 йыл – Ғаилә йылы тип иғлан ителәсәк,был юҡҡа түгел, сөнки ныҡлы ғаилә- ил терәге һәм  ышанысы, илебеҙ киләсәге ғаиләлә тәрбиәләнә. Быйыл да ауылдаштарыбыҙ һынатмаҫ һәр эштә әүҙем ҡатнашырҙар, тип ышанам.

              Ғаилә йылында яңы ғаиләләр һаны артһын, һәр ғаиләлә татыулыҡ, тыныслыҡ хөкөм итһен, һәр йортта шат балалар тауышы яңғырыһын. Яңы йыл һәр кемгә тик бәхеттәр генә алып килһен!  Яңы 2018 йыл менән!

 Әтәс йылды муллыҡ менән

Оҙата  ғорур  ғына,

Эштәребеҙ ыңғай булды,

Финишҡа еттек бына.

 

Эт-кешенең тоғро дуҫы,

Ташламаҫ ярҙамынан...

Изге хәбәр килеп торһон

Дуҫтарҙан,туғандарҙан!

 

Байрам менән, ауылдаштар!

А.С.Хасанов, ауыл биләмәһе башлығы